1. SKIP_MENU
  2. SKIP_CONTENT
  3. SKIP_FOOTER
Последние обновление:Суббота 08 Апреля 2017, 15:28

Тәбиғәт дуҫтары

WRITTEN_BY  Administrator 17 Апреля 2017 Published in Калейдоскоп
Rate this item
(0 votes)

Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы Көньяҡ Урал ҡурсаулығы менән берлектә «Ҡурсаулыҡлы Башҡортостан — тыуған яғым минең» викторина конкурсы үткәрҙе. Унда Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе директоры Мансур Нуриәхмәтов һәм уның ҡыҙы Нурия ҡатнашып, номинацияла еңеүсе булды.

Бәйге тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп  итеү маҡсаты менән үткәрелә. Һорауҙар ҡурсаулыҡтарҙың сайттарында баҫтырыла. Ҡатнашыусылар араһында мәктәп уҡыусылары ла, хаҡлы  ялдағылар ҙа була. Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаһынан барлығы  52 кеше ҡатнаша. Шуға жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булмағандыр. Еңеүселәрҙең барыһы ла  Интернет селтәренән, китаптарҙан уҡып, тулы яуаптар әҙерләргә бар көсөн һалған. «Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығын иң яҡшы белеүсе» номинацияһында еңеүсе Мансур Нуриәхмәтов: «Бәйгеләр тураһында мәғлүмәтте мәктәп сайтында урынлаштырып торабыҙ. Экологияға ҡағылышлыларына айырыуса иғтибар бирәбеҙ. Үткән йыл уҡыусыларыбыҙ — Илназ Суфиянов, Алһыу Хәбибуллина, Нәфисә Мөхлисова ошо уҡ конкурста  ҡатнашып, бөтә призлы урындарҙы яулағайны. Был юлы үҙем дә ҡыҙыҡһынып китеп ҡатнаштым. IV класта уҡыусы ҡыҙым да миңә эйәрҙе. Ул яуаптарға тулыһынса үҙе яуап бирҙе, мин уға йүнәлеш биреүсе — фәнни етәксеһе булдым. Ҡыҙым «Ирәмәл» тәбиғәт паркын иң яҡшы белеүсе» номинацияһында  билдәләнде. Бөтә еңеүселәргә лә иҫтәлекле бүләктәр һәм тәбиғәт парктарына саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырҙылар. Әйткәндәй, ул «Мораҙым тарлауығы»  тәбиғәт паркы үткәргән  интернет-конкурсында ла ҡатнашып, номинация еңеүсеһе булды», — ти.

Сулпан Ғилметдинова.

 

 

Голосование

Где будут отдыхать ваши дети?

 

 

 

 

 

  Итоги

Регистрация